Йөрәк
Йөрәгемдә саф йырҙарым таша
Тәүге мөхәббәтем турында.
Аҡ сәскә үпһәм дә, яңғыҙым үлһәм дә,
Тик ул йәшәр йөрәк түрендә.
Һине уйлап һарғаямын һаман,
Яҙын ҡырау һуҡҡан гөл һымаҡ.
Йөрәк йырҙарым да, маңлай һырҙарым да,
Саф мөхәббәт үҙе йыр һымаҡ.
Ғүмер буйы әрнеп һыҡрап янам,
Яра ҡалғас тәүге йәремдән.
Йөрәк ситкә типмәй, ләкин ғәфү итмәй,
Бер ташланғас тормош ярынан.
Рамиль Туйсин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1