Ғүмер
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә
Юлаусынан ҡалған бер күмер,
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Йырһыҙ ҙа ғына тормоштоң йәме юҡ,
Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер,
Ырғый-һикерә килә күк юрғам.
Ырғый-һикерә килә күк юрғам,
Етемһеҙҙең ғүмере күк йылға.
Аяғыңа кейгән итегеңдең
Туҙған микән әллә олтаны,
Туҙған микән әллә олтаны?
Утта ла ғына янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
Ир-егеткәйҙәрҙең солтаны,
Мәсет манараһы юғары.
Мәсет манараһы юғары,
Һеҙҙән яҡын дуҫтар юҡ әле.
Рамиль туйсин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1