Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рамиль Туйсин - Хаумыхыгыз,себерзар | Текст песни

Һаумыһығыҙ, Себерҙәр!
Һаумыһығыҙ, дуҫ-иштәр,
Алыҫ Себерҙекеләр!
Себер, Себер, тиһәләр ҙә,
Бары ла беҙҙекеләр.

Аҡ бурандар, аҡ бурандар,
Аҙаштыр һағыштарҙы.
Һағыштарҙы аҙаштыр ҙа,
Ҡауыштыр яҙмыштарҙы.

Оло сәләм алып килдек
Тыуып үҫкән ерҙәрҙән -
Йәшлек тигән илебеҙҙән,
Тәүге үпкән йәрҙәрҙән.

Һалҡын көҙҙәр ҡоштар юлын
Сит илгә һуҙа икән.
Ҡоштар ҡайта, тик ғүмерҙәр
Ҡайтмаҫҡа уҙа икән.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-