Юғалттым ағас япраҡтары араһында,
Юғалттым ямғыр тамсылары араһында,
Тапманым һауаларҙа осор ҡанатымды,
Тапманым йөрәгемдә янған усағымды...
Түҙемлегем - алтын, сабырлыҡ - көмөшөм,
Миңә лә бар бит донъяла, бәхеттең өлөшө...
Эҙләнем ай-йондоҙҙарҙа аптырағас,
Эҙләнем, эҙләр урындары ҡалмағас,
Тапманым, йыһанды сыҡтым урап,
Тапманым...
Табырмын, бәлки, кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап!
Түҙемлегем - алтын, сабырлыҡ - көмөшөм,
Миңә лә бар бит донъяла, бәхеттең өлөшө...
(Рафаэль Ғәйнуллин).
Рафаэль Ғәйнуллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1