Алһыулатып бит алмаңды үпкән
Елдәр менән әгәр серләшһәң,
Фаягөлөм минең, назлы гөлөм,
Шул елдәрзән һине көнләшәм.
Моңға сумып, гөлдәр араһында
Гөлдәр менән әгәр серләшһәң,
Фаягөлөм минең, назлы гөлөм,
Шул гөлдәрзән һине көнләшәм.
Моңға сумып, гөлдәр араһында
Йырсы һандуғаска өндәшһәң,
Фаягөлөм минең, назлы гөлөм,
Һандуғастан һине көнләшәм.
Р.Вагизов, Б Нугаманов еще тексты
Другие названия этого текста
- Р.Вагизов, Б Нугаманов - Фаяголом (0)
- Р.Вагизов, Б Нугаманов - Фаягөлөм минең, назлы гөлөм) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1