Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рәдиф Зарипов - Йәшәге килә | Текст песни

الله أكبر الله أكبر

Был тормошта беҙ йәшәйбеҙ яҡшыға юрап,
Ҡайғыларҙы тырышабыҙ үтергә урап.
Тик бер яҙылған яҙмышты булмай шул алдап,
Бәлки йәшәргә кәрәктер Хоҙайҙан һорап.

Эй, Хоҙайым, барыбыҙға оҙон ғүмер бирһәң ине,
Сәләмәтлек бирһәң ине!
Иманымды һаҡла, өмөттәрҙе аҡла -
Был доңъяла йәшәге килә!

Бәхет шәмдәрен ҡабыҙыу еңелдән түгел,
Әле яна, әле һүнә кешелә күңел.
Юғалтыуҙар табыштары аралаш килә,
Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла һуңғыһы тимә.

Эй, Хоҙайым, барыбыҙға оҙон ғүмер бирһәң ине,
Сәләмәтлек бирһәң ине!
Иманымды һаҡла, өмөттәрҙе аҡла -
Был доңъяла йәшәге килә!

Йәннәт ҡапҡаларын аса иманлы әҙәм,
Ерем ожмах булыр ине һаҡланһа әҙәп.
Һағыштырҙа сабыр итер тап һиңә мәлен,
Шатлыҡтарҙа шөкөр итер булһың ғәмәлең.

Эй, Хоҙайым, барыбыҙға оҙон ғүмер бирһәң ине,
Сәләмәтлек бирһәң ине!
Иманымды һаҡла, өмөттәрҙе аҡла -
Был доңъяла йәшәге килә!

Рәдиф Зарипов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1