Йән дуҫҡа
Осраштырмаҫ яҙмыш беҙҙе юҡҡа…
(Асылмаған күпме серҙәр бар).
Беҙ – донъялар яралғандан алып
Йәнәш осоп барған торналар.
Һауаларға бергә күтәрелдек,
Бер үк бейеклекте һайланыҡ.
Дәғүәһеҙ генә иң терәштек
Тойған саҡта ҡанат талғанын.
Күктәр сикһеҙлеге әйҙәгәндә,
Ҡеүәт – уртаҡ,
Маҡсат – юғары.
Аусы көбәгенән осҡан йәҙрә
Юлды киҫә кинәт,
иманһыҙ.
Яраланды, түбән төшөр тиеп,
Ҡанһыҙ ҡараш ярһып көткәндә,
Мин арҡама һине һалып осам
Ошо көйө, ошо кимәлдә.
Күҙеңдән – йәш, яраңдан – ҡан тама
Тып-тып итеп тура йәнемә.
Һин ҡабаттан мең ҡат тыуасаҡһың,
Керер өсөн минең хәлемә.
Беҙҙең осош – яҡты осош, дуҫым,
Аҫта – болот, өҫтә - ҡояш, ай.
“Торойҡ, торайыҡ!” оран
Донъяларҙы иңләп яңғырай.
Револь Ғималов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1