Күк йөҙө, күм-гүк. Мин осам күк йөҙөндә.
Талпынам, ашҡынам ҡанаттар иңемдә,
Хыялым илендә сиктәр юҡ, мин азат!
Күтәрел һиндә ос, ҡаҡ ҡанат, ҡаҡ ҡанат!
Күк йөҙө күм-гүк. Талпынам юғары.
Бик алыҫ ҡалғанда ер һәм күк араһы
Бәләкәй кешеләр, бәләкәй ҡалалар
Алыҫта-алыҫта юғала баралар...
Күк йөҙө күм-гүк. Хыялым төҫөндә
Талпынып осамын болоттар өҫтөндә.
Моң булып ағылыр ҡанаттар ҡағышым,
Ҡоштарҙың осошо, ҡанатлы яҙмышым...
Револь Ғималов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1