Урбанизация
Шаҡмаҡ… эсендә…
Шаҡмаҡ…
Шаҡмаҡ… эсендә…
Шаҡмаҡ…
Ҡала,
Алдат
Әйҙә.
Ҡатлы-ҡатлы дүрткел донъяла
Түңәрәк тормошҡа
Дәғүә итһен
Ғүмере буйы
Бәндә.
Йәшерен яҙмыштар йәнәшәлеге –
Күп ҡатлы йортта.
Күршелектең сиге – бер ҡат кирбес
Һалҡын арауыҡта.
Уртаҡ торбаларҙан йылы аға,
Уртаҡ торбаларҙан һыу аға…
Кескәй генә тәҙрә уйымынан
Беҙ ҡарайбыҙ яҡты донъяға.
Юрый ғына яҙмыш осраштыра
Күршеләрҙе лифт-биләмәлә,
Арҡа терәп түгел, һыртын ҡуйып,
Өҫкә менә улар,
Аҫҡа төшә.
Ах, баҫҡыслы, ҡатлы-ҡатлы йорттар!
Йәндәр түгел, тәндәр өйҙәш бында.
Минең түшәм – кемдәргәлер иҙән,
Һинең эҙең кемдең баш осонда?
«Баштан-башҡа – йәһәт өҫкө ҡатҡа!» -
Ҡанундары шаҡмаҡ тормоштоң.
Тәҙрәң уйымында түңәрәк ай –
Һинең хыял,
Күрше,
Оноттоң…
Р. Фаткуллина
Револь Ғималов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1