Нәфисә Хәкимова көйө
Вәлит Илембәтов һүҙҙәре
Көҙөн сәскә атҡан гөл шикелле,
Һуңлап килде ысын һөйөү.
Үткәндәрҙең үкенесен уйлап
Йән эрнетә янып, көйөп.
"Гөлдәр бүләк итәм, ташлама!",
Китһәң әгәр табып аҫыл йәрҙәр,
Һөйөүемә үпкә һаҡлама!
Эй, мөхәббәт яҙгы ташҡын булып,
Ник килмәнең элегерәк.
Минең донъям һинең ҡосағың да
Булыр ине гүзәллерәк.
"Гөлдәр бүләк итәм, ташлама!",
Китһәң әгәр табып аҫыл йәрҙәр,
Һөйөүемә үпкә һаҡлама!
Мөхәббәтем ярай килдең әле,
Һуң булһа ла һине таптым.
Йөрәк яныр өсөн яралған бит,
Унда һүнмәс усаҡ (ялҡын) яҡты.
"Гөлдәр бүләк итәм, ташлама!",
Китһәң әгәр табып аҫыл йәрҙәр,
Һөйөүемә үпкә һаҡлама!
Резедә Әминева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1