Ҡышҡы сейә
В. Фәттәхова
И. Закиров
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,
Бѳтѳрѳләм хистәр ҡосағында
Ҡушымта:
Әммә күрмәйем
яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп барған
парҙарҙы ла,
Һин бит миңә бѳгѳн:
“Һѳйәм, - тинең, -
Ҡыш кѳнѳндә бешкән
сейәм”, - тинең.
“Йѳрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, - тинең, - һине ѳшѳтмәм”.
Бындай татлы, наҙлы
һүҙҙәрҙе бит
Мин тик тәүге тапҡыр ишетәм.
Ҡушымта шул уҡ.
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына,
Ирендәрҙә татлы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.
Ҡушымта шул уҡ.
Резеда Аминева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3