Рим Хәсәнов көйө
Масур Шиһапов һүҙҙәре
Ағыла тын ғына,
Йыр булып моң ғына,
Кемдәрҙер ҡайҙалыр китәләр…
Һағыштан янғандар,
Йәштәре тамғандар
Юлдарҙа өҙөлөп көтәләр.
Күңелдә йөргән йәр,
Төштәргә кергән йәр,
Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?!
Йәшлектең таңына,
Вәғҙәләр хаҡына
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.
Парлылар бергәләп,
Йөрәкте телгәләп,
Күңелде әрнетеп үтәләр.
Оло юл сатында
Ҡүрешеү көндәрен
Яңғыҙҙар зарығып көтәләр.
Күңелдә йөргән йәр,
Төштәргә кергән йәр,
Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?!
Йәшлектең таңына,
Вәғҙәләр хаҡына
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.
Тыуған ер тарта ул,
Иҫәндәр кайта ул,
Ҡауышыу көндәрен беләләр.
Хәбәрһеҙ юғалған
Дуҫтарын юлдарҙан
Тол ҡыҙҙар һаман да көтәләр.
Күңелдә йөргән йәр,
Төштәргә кергән йәр,
Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?!
Йәшлектең таңына,
Вәғҙәләр хаҡына
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.
Ридал Фәтхиев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1