Хиңә килдем, иркәм. Үткән юлдарымдың
Һанай-һанай алыҫ саҡрымдарын.
Килдем тормошомдан кисеп яҙмышымдың
Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын.
Хиңә килдем, иркәм. Килдем йылдар буйы.
Һанай-һанай үткән көндәремде.
Баҫа алмайынса ярһып яныуҙарын
Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең.
Хиңә килдем, иркәм. Бик һағынып килдем.
Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс.
Алыҫтарҙан яҙған сәләм хаттарымды
Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс.
Риза Мәһәҙиев еще тексты
Другие названия этого текста
- Мәһәҙиев Риза - Һиңә килдем иркәм (0)
- Риза Мәһәҙиев - Һиңә килдем иркәм (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1