Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ризван Хакимов - Моңдар ҡайтһын ауылға | Текст песни

Ауыл кисе таҫмаларҙан
Әй ағыла ят моңдар.
Ниндәй моңһыу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған гармундар.

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

Ауыл кисе ник һуң моңһыу?
Күңелем буш ник шулай?!
Өй түрендә тальян гармун
Моң һағынып зар илай

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

Йөрәктәргә осҡын һалып,
Гармунымда уйнайым.
Ауылыма мондар биреп,
Урамдарҙы буйлайым.

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

Ауыл кисе йәш йөрәктәр,
Гармун моңға һыуһаған.
Һөйөү булып мондар ҡайтһын
Ауылыма яңынан.

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-