Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рәил Игеҙбаев - Музыка (2016) | Текст песни

\"Музыка\"
Сәлисә Гәрәева һүҙҙәре
Рәил Игеҙбаев көйө

1. Шул ҡәҙәр моң, еңел күҙ йәштәре,
Йыраҡлыҡтар, зәңгәр ағымһыу...
Бөтөнөһөн йыйған музыканы,
Ойоп тыңлап торған сағым шул.
Музыка, һин бөтә илдәр өсөн,
Бөтә телдәр өсөн яралған.
Тыңланым да, йәнем арынып ҡалды,
Оҙаҡ һыҙлап янған ярамдан.

Ҡушымта:
Ағымһыуҙар кеүек аҡһын әле
Сихри моңдар, серле аккордтар...
Ғәжәп яҡты, моңло аһәң менән
Беҙҙе Тормош, Һөйөү, Яҙ ҡотлар,
Яңғыраһындар моңло аккордтар!

2. Ике иңгә ҡунған фәрештәләр
Музыка һәм шиғыр төҫөндә.
Рәнйеүҙәрем, ағып, ары китә,
Мөхәббәтем ҡала көсөндә.
Шул ҡәҙәр моң нисек йәнгә һыя!
Нисек күтәрәлер йөрәгем!
Инде беләм: янып йәшәр өсөн
Музыка һәм шиғыр кәрәген!

Ҡушымта: шул уҡ

© Ожмах, 2016
vk.com/ojmah
vk.com/ojmahutrau

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-