Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рәил Игеҙбаев - Тәүге һөйөү (шиғыр) | Текст песни

\"Тәүге һөйөү\"
Рәил Игеҙбаев
\"Romeo et Juliette\" – Et voila qu'elle aime

Беренсе мөхәббәт, тәүге яныу,
Иң саф, онотолмаҫлыҡ яратыу -
Һүнмәҫ яҡты йондоҙ зиһенемдә,
Мәңге йылы ҡояш йөрәгемдә.

Иҫләйем, әлеге кеүек, уның
Күңел иретерлек йылмайыуын,
Яғымлы тауышын, тын алышын,
Йән йылытыр мөләйем ҡарашын.

Иҫертерлек еҫен, ирен тәмен,
Йөрәк тибешен, ирмәк көлөүен
Оноторлоҡ түгел, һәм һаман да
Тойам, әлеге кеүек, барһын да.

Таңға тиклем бөтмәҫ һөйләшеүҙәр,
Һөйөү тураһында бөтмәҫ һүҙҙәр,
Оҙаҡ, хушлашалмай, тороуҙары,
Ҡосаҡлашып, онотолауҙары.

Күңел талпындырыр сихри хистәр
Онотолмаҫ, һәм мәңгегә иҫтә.
Тәүге һөйөү - ул иң саф мөхәббәт,
Булғанына, яҙмышыма рәхмәт!

© 2016

Рәил Игеҙбаев еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1