Шатлыҡтарҙы тыныс ҡаршыланым,
Ауырлыҡты сабыр кисерҙем.
Яндарымда дуҫтар булғанғамы,
Тоймағанмын йылдар уҙғанын.
Һиҙмәгәнмен көҙгө елдәр иҫеп,
Сәстәргә лә бәҫтәр һипкәнен.
Аңланым, тик дуҫтар менән генә
Йәшәү йәме - йырым, икәнен.
Йылдар тулҡынында сайҡалғанда
Һеҙ бар саҡта, дуҫтар, юғалмам!
Барыһына ла түҙеп булыр һымаҡ,
Яңғыҙлыҡҡа ғына түҙалмам.
Һеҙ бар саҡта, дуҫтар, юғалмам.
Рәүилә Мәсәлимова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1