Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ —
Бик ҡысҡа, эй, ҡыҫҡа ғумерҙәр.
Һин минем ғумерлек юлдашым.
Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр.
Әйтмә һин ауыр һүз, әйтмә түҙ!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.
Бик ауыр минуттар булһа ла,
Тап миңә шул вакыт йылы һүҙ;
Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә,
Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ!
Әйтмә һин ауыр һүз, әйтмә түҙ!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.
Иртәһен, кисен дә миңә һин
Ҡыҙғанма ҡараштың йылыһын.
Шул ваҡыт һөйөуҙең артуын
Йөрәгең менән һин тойорһоң.
Әйтмә һин ауыр һүз, әйтмә түҙ!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.
Рәил Өмөтбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3