\"Йомағужам\"
Рәил Игеҙбаев һүҙ. һәм көйө
(аранж. Олег Зиннатуллин)
1. Бишегеңдә, Йомағужам, үтте бала саҡ,
Йәшлегемдең һәр бер мәле иҫтә ҡаласаҡ.
Һин миңә ерҙә булмаған мираҫ ҡалдырҙың -
Күкрәк тултырып һуларлыҡ тыуған ер һауаһын.
Ҡушымта:
Тыуған ерем һәм төйәгем,
Һағынып көтөп алған өйөм -
Йомағужам, Йомағужам, Йомағужам.
Үҙ ҡосағыңда үҫтереп,
Алыҫтарға оҙатһаң да,
Бары кире ҡайтам һиңә, Йомағужам!
2. Ағиҙелдең буйҙарында һыу инеүҙәре,
Ташморонда күңел асып ял итеүҙәре
Һағындыра һәм күңелдә ҙур дәрт уята -
Иҫ киткес тәбиғәтле ауылыма ҡайтырға.
Ҡушымта: шул уҡ
3. Ғәзиз ерем, һин өйрәттең мине бик күпкә:
Дуҫлыҡ, тоғролоҡҡа, намыҫҡа, ғәҙеллеккә.
Был изге байлығың йөрәктә мәңге һаҡланыр
Һәм ошо йырым аша бар донъяға таралыр!
Ҡушымта: шул уҡ
© 2012
Рәил...Ожмах...Игеҙбаев еще тексты
Другие названия этого текста
- Ожмах - Йомағужам (Рәил Игеҙбаев һүҙ. һәм көйө) (0)
- Рәил...Ожмах...Игеҙбаев - Йомағужам (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3