Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рәил...Ожмах...Игеҙбаев - Өмөт өҙмәй | Текст песни

\"Өмөт өҙмәй\"
Рәил Игеҙбаев һүҙҙәре
Dj Cookie \"Fly on the wings of love\"

1. Һәр саҡ дәртле, йөҙө бик яғымлы,
Күҙҙәрендә - осҡон, нур балҡый.
Бер ҡарауҙа һине утҡа һала,
Күңелеңде сихри көс арбай.

Ҡушымта:
Бер көн үтеп, икенсеһе етә,
Көн артынан айҙар үтәләр.
Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып,
Тилмерешеп уны көтәләр.

2. Ҡояш хатта көнләшеп үк ҡарай,
Ай ҙа төндә уй-хискә бата.
Төшөндә лә йылмаялыр ул,
Тигән уйҙа алһыу таң ата.

Ҡушымта: шул уҡ

3. Үҙе ул - бер ябай ауыл ҡыҙы,
Оҡшай миңә һылыуҡай-сибәр.
Өҙҙөрөп тә бейей, матур йырлай,
Ғашиҡ булдым уға, мин йүләр.
Оло бәхет - яҡын дуҫы булыу,
Ҡыуанысым эсемә һыймай.
Һөйөү уттарында дөрләп янам,
Тик һылыуҡай бер ни ҙә һиҙмәй.

Ҡушымта:
Бер көн үтеп, икенсеһе етә,
Көн артынан айҙар үтәләр.
Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып,
Тилмерешеп уны көтәләр.
Бер-береһен ашыҡтырып елеп,
Айҙар үтә, йылдар үтәләр.
Күп егеттәр өмөт өҙмәйсә,
Һылыу ҡыҙҙы һаман көтәләр...

© 2008

Рәил...Ожмах...Игеҙбаев еще тексты


Другие названия этого текста
  • Раиль...Ожмах...Игизбаев - Өмөт өҙмәй (0)
  • Рәил...Ожмах...Игеҙбаев - Өмөт өҙмәй (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1