Рим Хәсәнов музыкаһы
Наил Ғәйетбай шиғыры
Яҙ айында тәүге күкрәү булдың,
Тәүләп әйттең һөйөү һүҙҙәрен.
Беҙҙең мөхәббәткә шаһит булып,
Тау башында үҫте өс ҡайын.
Өс ҡайын, өс ҡайын,
Онотмам июнь айын.
Йөрәгем әрнетә
Иҫемә төшкән һайын.
Яҙ ҙа үтте, һалҡын көҙҙәр килде,
Сит яҡтарҙа хәҙер дуҫҡайым.
Яңғыҙ ҡалғас, япраҡ ҡоя-ҡоя,
Тау башында үҫте өс ҡайын.
Өс ҡайын, өс ҡайын,
Онотмам июнь айын.
Йөрәгем әрнетә
Иҫемә төшкән һайын.
Өмөтләнәм, осрашырбыҙ кеүек
Яҙҙар еткәс табып бер яйын.
Ҡайтсы, ҡайтсы, иркәм, беҙ икәүҙе
Тау башында көтә өс ҡайын.
Өс ҡайын, өс ҡайын,
Онотмам июнь айын.
Йөрәгем әрнетә
Иҫемә төшкән һайын.
Рим Хәсәнов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1