Рим Хәсәнов көйө
Расих Хананнов шиғыры
Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош йөҙә,
Ниңә яңғыҙ, ниңә пары юҡ?
Парһыҙҙарҙың күңелдәре моңло,
Парлыларҙың ғына зары юҡ.
Минең дә бар ине аҡҡошҡайым,
Йән дуҫҡайым, осор ҡанатым.
Әллә инде артыҡ яратҡанға,
Юлдарымда уны юғалттым.
Парһыҙ ҡалһа ҡабат ҡатмай тиҙәр,
Ҡайта икән, ҡайта аҡҡоштар.
Ҡоштарҙы ла, кешеләр шикелле,
Үҙе менән йөртә яҙмыштар.
Минең дә бар ине аҡҡошҡайым,
Йән дуҫҡайым, осор ҡанатым.
Әллә инде артыҡ яратҡанға,
Юлдарымда уны юғалттым.
Төннәрендә йөрәк өҙгөс тауыш
Телеп үтә күлдең өҫтәрен.
Аңлау өсөн аҡҡош һағыштарын,
Белеү кәрәк һөйөү телдәрен.
Минең дә бар ине аҡҡошҡайым,
Йән дуҫҡайым, осор ҡанатым.
Әллә инде артыҡ яратҡанға,
Юлдарымда уны юғалттым.
Рим Хәсәнов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1