Һуңланым шул...
Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре
Тулышҡан да мәле күңелемдең,
Әллә ҡойон йөрәк түремдә?..
Ташып ҡына бара тулҡын хистәр,
Ҡайнай даръя йәнем- тәнемдә.
Йөрәккәйем әрней иҫкә төшөп,
Һылыуымдың, заңы, яҙығы.
Мөхәббәтем – тик мәңгелек яныу,
Ғазаптарҙың юҡтыр аҙағы.
Үткәндәрең ут-ҡуҙҙарға һалды,
Һыҙлауҙары һис тә баҫылмай.
Наҙҙарыңды һин яттарға биргәс,
Йәнгенәйем тынғы табалмай.
Һуңланым шул ғишыҡ таңдарыңа,
Тәү инмәнем һөйөү тирмәңә.
Ә шулай ҙа йәшлек хыялым тип,
Йәнә еләм һинең эргәңә.
Риф Бикбаев еще тексты
Другие названия этого текста
- Риф Бикбаев - Һуңланым шул (1)
- Риф Бикбаев - Һуңланым шул. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1