Эй, күк толпар...
Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре
Халҡым әйткән хаҡҡа сыҡты,
Мең йылҡынан толпар сыҡты.
Толпар менеп донъя гиҙгән
Ил улдары сихәт тапты.
Эй, күк толпар – ҡанатлы ат,
Аҡбуҙҙандыр һинең затың.
Урал тигән изге ерҙән –
Йәнең, рухың, ҡаның, атың.
Алға әйҙәп, илһам өҫтәп,
Еләң генә – киң ҡарашың,
Йәнәшеңдә – сая шоңҡар,
Ҡояш кеүек йән юлдашың.
Һеҙгә һәр саҡ ҡибла еле,
Аҡ елкәндәр, сәм, сәйәхәт.
Илебеҙгә имдәр илтер
Суҡ сәләмдәр, саф сәйәсәт.
Риф Бикбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1