Резедә Бүләкова көйө
Фәниә Чанышева шиғыры
Бар хәсрәтем, бар хәстәрем – бала өсөн,
Хөрмәтем дә, хеҙмәтем дә – бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр – бала өсөн,
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн – бала өсөн.
Утҡа – һыуға уҡталыуым – бала өсөн,
Сығыр юлдан туҡталыуым – бала өсөн.
Таңдан әүел ҡайнар аш та – бала өсөн,
Тәгәргән ҡайнар йәш тә – бала өсөн.
Иртә – кичем, йөрәк хисем – бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм – бала өсөн.
Янам, туҙәм, көйәм, күнәм – бала өсөн,
Ғорур башты түбән эйәм...бала өсөн.
Утҡа – һыуға уҡталыуым – бала өсөн,
Сығыр юлдан туҡталыуым – бала өсөн.
Таңдан әүел ҡайнар аш та – бала өсөн,
Тәгәргән ҡайнар йәш тә – бала өсөн.
Ғәрифуллина Сәлимә еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1