Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рәйлә Нутфуллина һүҙҙәре, Фәнис Солтанғолов көйө, Земфира Хисамова йырлай - Мөхәббәт | Текст песни

Мөхәббәт
Мөхәббәтһеҙ донъя, донъя ниндәй йәмһеҙ,
Бары аҡ та ҡара, ҡара төҫ кенә.
Мөхәббәтһеҙ ерҙә, ерҙә тормош та юҡ,
Бик күңелһеҙ, йәмһеҙ, йәнһеҙ бик кенә…

Мөхәббәт- ул янып-көйөүҙәр,
Мөхәббәт- ул шашып һөйөүҙәр.
Мөхәббәт- ул бер-берегеҙ өсөн,
Һыуға, хатта утҡа инеүҙәр.

Был донъяны бөтә, бөтә кешелекте
Илаһи көс -һөйөү, һөйөү тыуҙырған.
Ер йөҙөндә барса, барса яуызлыҡты
Еңер көстө һөйөү, һөйөү булдырған.

Мөхәббәттән тыуа ауылдар,
Мөхәббәттән ҡалҡа ҡалалар.
Мөхәббәттән бөтә кешеләр ҙә,
Йәшәүгә көс һәм дәрт алалар.
Нутфуллина Рәйлә

Рәйлә Нутфуллина һүҙҙәре, Фәнис Солтанғолов көйө, Земфира Хисамова йырлай еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1