слова Гульнур Куватова
муз.Тимур Юсупов
Мин аңланым: һинең хистәр мираж,
Өмөт бирә, әммә алдатҡыс.
Ысын тигән хистәр елгә осҡан,
Күңелемдә боҙҙар, ап-аҡ ҡыш.
Һин еңеүсе алдаҡ хистәреңә,
Мине ышандырған, алдаған.
Ә мин бахыр, бер ҡатлы йән бары,
Алдағанға һинең ышанған.
припев
Ҡотлайым мин һине, еңеүсене,
Хистәр булһын һиңә гөлләмә.
Бүләк итәм әсе йәштәремде,
Еңеү тәме нисек? Тәмлеме бэгеркэйем?
осрашырға яҙһа беҙгә тағы
һағышымды күрһәң йәлләмә.
ә мин ҡалам ысын хистәр менән
күңелемә ауыр, ныҡ ҡыйын.
мин табынған һөйөү мөхәббәтем
һинең өсөн булған тик уйын.
һуң аңланым һинең асылыңды:
уйын ғына һинең уйыңда.
үкенестәр өтә үҙәгемде,
ник осраның минең юлымда?
алдаҡ хистәр һиндә
һары һағыш миндә
әсе йәштәр күҙҙә
йөрәк әрнеп тибә.
бәғерең таш икән
һинән намыҫ киткән.
мине наҙлар ирен
башҡаларҙы үпкән.
һағыштарым кәмер,
тик ауыр шул хәҙер.
төңөлөрмөн хистән,
араларҙы өҙһәм.
кибер күҙ йәштәрем,
һәм матур йәшәрмен.
һинең хистәр алдаҡ,
һөйләгәнһең яһап.
Розалия Шарафутдинова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2