НИҢӘ КИЛМӘНЕҢ.
Ниңә инде килмәнең,
Мине алып китмәнең.
(2 тапҡыр).
Йөрәгемдә яңған утты,
Ниңә инде һиҙмәнең.
(2 тапҡыр).
Мин бит һине күптән көттөм,
Һөйөүеңде эҙләнем.
(2 тапҡыр).
Һинең ҡайнар йәштәреңде,
Күрергә теләмәнем.
(2 тапҡыр).
Ҡушымта:
Һин бит миңә үҙең килмәнең,
Ваҡытым юҡ тейеп.
Шулай мени ?
Һин бит мине үҙең һөймәнең,
Башҡаны һөйәм тейеп.
(2 тапҡыр).
Ғәфү ит һин мине иркәм,
Онота алмам инде.
(2 тапҡыр).
Һиңә булған мөхәббәтем,
Йырҙарым булһын ине.
(2 тапҡыр).
Һинең тәүге ҡарашыңды,
Хәҙерҙә иҫкә алам.
(2 тапҡыр).
Иртәңге сәғәт биштәрҙә,
Мин һиңә ҡуна барам.
(2 тапҡыр).
Ҡушымта:
Һин бит миңә үҙең килмәнең,
Ваҡытым юҡ тейеп.
Шулай мени ?
Һин бит мине үҙең һөймәнең,
Башҡаны һөйәм тейеп.
(2 тапҡыр).
Мин бит һиңә үҙем килмәнем,
Ваҡытым юҡ тейеп.
Мин бит һине үҙем һөймәнем,
Башҡаны һөйәм тейеп.
(2 тапҡыр).
Башҡаны һөйәм тейеп
(3 тапҡыр).
Рөстәм Ғиззәтуллин еще тексты
Другие названия этого текста
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Ниңә килмәнең (0)
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Ниңә килмәнең (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2