Эй, хыялдар, нескә күңелемде
Талпындырып үтеп китәгеҙ,
Аҙаштырып серле донъяғыҙҙа
Ҡайҙарға һуң мине илтәгеҙ?..
Хыялдарым, һеҙҙе көткән саҡта,
Осаһығыҙ минән бейеккә!
Өммөттәрем һүрелде тигәндә,
Килеп ашаһығыҙ тормошҡа...
Ғазаптарға мине күмеп кенә,
Йөрәгемде телеп үтмәгеҙ...
Зинһар өсөн һуңғы өмөттәрҙе
Ҡәберҙәргә генә күммәгеҙ!!!
Рөстәм Ямалов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1