Күҙ алмайса,ҡарап ҡалдым бер көн
Ҡош юлынан ҡоштар осҡанын.
Йәшлегемә, һинең яндарыңа
Хыялымда ғына осамын.
Үтер юлдарыңа күҙ һаламын
Юлдар ята,ләкин үҙең юҡ.
Зәңгәр куккә баҡһам йондоҙҙар бар,
Йондоҙҙар бар,ләкин үҙең юҡ.
Гармун тауыштары ишетелһә,
Йугереп сығам урам сатына.
Беҙҙең йырҙар күптән йырланһа ла,
Йөрәк һаман һине саҡыра.
Үтер юлдарыңа күҙ һаламын
Юлдар ята,ләкин үҙең юҡ.
Зәңгәр куккә баҡһам йондоҙҙар бар,
Йондоҙҙар бар,ләкин үҙең юҡ.
Рушан Хисматуллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1