Беҙ ауыл малайҙары
Ауылҡайым, таныйһыңмы мине?
Атлап киләм баҫыу юлынан.
Ҡалаларҙы яулар егет үҫкән
Ялан тәпәй йөрөгән улыңдан.
Һағындыра, гүзәллеген һаҡлап,
Ауылда ҡалғандарҙы.
Ҡалаларҙың киләсәген төҙөй
Беҙ ауыл малайҙары.
Беҙҙә йәшәй тауҙар ғорурлығы,
Күкрәктәрҙә шишмә моңдары.
Тик төштәрҙә генә күрһәк ине
Ҡалалағы ташлы юлдарҙы.
Гармун тартып ҡала урамынан
Йырлап килә ауыл улдары.
Ышаныслы ҡыйыу аҙым менән
Үтер улар ауыр юлдарҙы.
Рәүф һәм Заһир Иҫәнсуриндар еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1