36.. Бәхет
Ф.Давлетгареева һүҙҙәре
Р.Әхмәтова көйө
Әсәй тиеп әйтер кешең булыу
- Ниндәй оло бәхет икән ул.
Яндарына ҡайтыр кешең булыу
- Ниндәй оло бәхет икән ул.
Кушымта:
Балаҡайым тиеп ҡаршы алған,
Әсәй булыу - бәхет икән ул.
Доға юллап арттан ҡарап ҡалған,
Әсәй булыу - бәхет икән ул.
Йыйырсыҡлы ҡулдар менән ҡосҡан,
Әсәй булыу - бәхет икән ул.
Яҡшылыҡҡа ғына өндәп,
Әсәй булыу - бәхет икән ул.
Һине ихлас һөйгән йөрәк булыу
- Сикһеҙ оло бәхет икән ул.
Әсәй йөҙлө изге терәк булыу
- Сикһеҙ оло бәхет икән ул.
Рэзидә Әхмәтова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1