Рәис Ханнанов көйө
Әсәй беҙҙе тыуғастын да
Аҡ биләүгә биләгән,
Аҡ биләүҙәргә биләгән
Бәхетең булһын теймәгән.
Әбей батша юл һалдырған,
Беҙгә ирек бирмәгән.
Катаржан юлы, катаржан юлы,
Катаржан юлы, таҡырмы икән?
Күңелем һиҙә, ошо юлдарҙан
Ғәзиз башҡайым, ҡайтырмы икән?
Катерина, Катерина,
Юлдарың таҡыр,
Катерина, Катерина
Әйләнеп ҡайтыр.
Ҡояш сыға әйләнеп,
Аҡ болотҡа бәйләнеп.
Насип булһа, бер ҡайтырбыҙ,
Бер ҡайтырбыҙ әйләнеп,
Әбей батша юлдарынан
Боғауҙарға бәйләнеп.
Катаржан юлы, катаржан юлы,
Катаржан юлы, таҡырмы икән?
Күңелем һиҙә, ошо юлдарҙан
Ғәзиз башҡайым, ҡайтырмы икән?
Катерина, Катерина,
Юлдарың таҡыр,
Катерина, Катерина
Әйләнеп ҡайтыр.
Ҡай яҡтарға осаһың тип,
Ҡыр ҡаҙынан һораным.
Ул ҡысҡырып яуап бирҙе,
Мин ултырып иланым,
Зәңгәр күктә ҡыр ҡаҙҙарын
Ҡайтыуыма юраным.
Катаржан юлы, катаржан юлы,
Катаржан юлы, таҡырмы икән?
Күңелем һиҙә, ошо юлдарҙан
Ғәзиз башҡайым, ҡайтырмы икән?
Катерина, Катерина,
Юлдарың таҡыр,
Катерина, Катерина
Әйләнеп ҡайтыр.
Сәйет Билалов еще тексты
Другие названия этого текста
- Сәйет Билалов - Катаржан юлы (Катерина) (0)
- Сәйет Билалов - Каторжан юлы (Катерина) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2