1. Һыу инә торған еребеҙ –
Күпер аҫты күләгә.
Күләгәлер, күләгә.
2. Беҙҙең менән уйнағанды
Берәүгә лә һөйләмә.
Күләгәлер, күләгә.
3. Йыйын уртаһына төшөп,
Орсоҡ кеүек әйләнә.
Күләгәлер, күләгә.
Башҡынайым әйләнә.
Күләгәлер, күләгә.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1