Шатлыҡларың торған онотолоп,
Борсоуҙарың булған етәрлек.
Шуға байрамдарыңды ебәргәнһең
Тыйнаҡ ҡына итеп уткәреп.
Әсәйемдең тыуған көнө бөгөн,
Ярар инде, әсәй, илама.
Онотманым, нисек инде онотайым?
Йә бер йылмай, ауыр һулама.
Ҡаушап ҡалған нурлы йөҙҙәреңә
Аҡ яулығың бигерәк килешә.
Борсолма әле һин, былай ҙа матур,
Ябай күлмәк кейгән килеш тә.
Әсәйемдең тыуған көнө бөгөн,
Ярар инде, әсәй, илама.
Онотманым, нисек инде онотайым?
Йә бер йылмай, ауыр һулама.
Күстәнәстәр менән табын тулды,
Ҡыуаныстар күберәк унан да.
Яныбыҙға йылы ҡояш булып,
Йәшә әсәй шулай һаман да.
Әсәйемдең тыуған көнө бөгөн,
Ярар инде, әсәй, илама.
Онотманым, нисек инде онотайым?
Йә бер йылмай, ауыр һулама.
Сагыт Гыйбашев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1