Мин ҡасандыр һине һағыныуҙан
Күнелемдән йондоҙ яуҙырҙым,
Тик бөгөн мин төнгө күктә йөҙгән
Аҙашҡан ай кеүек янғыҙмын.
Мин ҡасндыр ихлас яртыуҙан
Бәхет дингеҙҙәрен инләнем,
Ә хәҙер мин елгә осҡан япраҡ
Нисек көн итергә белмәем.
Ҡасан ғына беҙ һөйөүҙән йырлап
Ике мондо иттек бер бөтөн
Йырланманы йырым өҙөлдө мон
Ярым ярты йән бит беҙ бөгөн
Мин ҡасандыр һөйөү бәхет тиеп
Хыялымда йыһан инләнем,
Ҡайырылды осор ҡанаттарым
Ҡауырыйҙарын йыйам ерҙәген.
Яҡты йондоҙ инем һинле саҡта
Атылды ла төштө бәхетем,
Күҙ йәштәрен түгәм япа-янғыҙ
Татыманым һөйөү рэхэтен.
Сария Кильдигушева еще тексты
Другие названия этого текста
- Сария Кильдигушева - Ҡасан ғына (Гөлнур Ҡыуатова һуҙҙәре,Фаиз Юмалин музыкаhы) (0)
- Сария Кильдигушева - Ҡасан ғына (Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре, Фәиз Юмалин көйө) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1