Рәхмәтлемен һинең әсәйеңә
Һиңә ғүмер бүләк иткәнгә
Һиңә йәшәү биреп, мине хисле итеп
Тормошомдо нурға төргәнгә
Ҡушымта:
Минең өсөн тыуған матурым һин
Яҙмышым да минең, бәхетем дә
Ғүмер буйы һине йәшәтәһе ине
Һөйөп кенә күңел тәхетендә
Рәхмәтлемен мәңге Хоҙайыма
Һине миңә насип иткәнгә
Йылдар дауамында, меңдәр араһында
Һине миңә һаҡлап йөрөткәнгә.
Рәхмәтлемен һиңә, йән һөйгәнем
Яҙмышымды гөлгә күмгәнгә
Күреп күҙҙәр туймаҫ, һөйөп күңел туймаҫ
Мөхәббәтем булып килгәнгә
Светлана Насырова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1