Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Светлана Сөләймәнова - Аҫыл халҡым | Текст песни

1)Ҡайҙа барһаң, ни ҡылһаң да эҙең ҡала,
Һиңә ҡарап халҡың йөҙө баһалана.
Ҙур ғәҙәт тә, хур ғәҙәт тә, ай, тарала,
Ил йортоңдо данлап йөрө һәр тарафта.

Ҡушымта:
Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә уҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан.
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл халыҡ арта торһон.

2)Яҡты йөҙлө, матур һүҙле беҙҙең халыҡ,
Абруйлы бул, һоҡланып тор, ай, ҡалырлыҡ.
\"Кемдең заты?\", \"Шуның заты\" тип белһендәр,
Затлы халыҡ тоҡомонан был, тиһендәр.

Ҡушымта: (2)
Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә уҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан.
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл халыҡ арта торһон.

3)Үҙ илеңдең, үҙ телеңдең солтаны бул,
Сит телдәрҙә һайрамай бит хатта былбыл.
Халҡың өсөн хаҡы артыҡ тыуған илдең,
Балаң өсөн моңо танһыҡ туған телдең.

Ҡушымта:
Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә уҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан.
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл халыҡ арта торһон.

Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә уҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан.
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл халыҡың арта торһон.
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл башҡорт арта торһон.

Светлана Сөләймәнова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2