Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Светлана Сөләймәнова - Аҫыл халҡым. С.Сөләймәнова һүҙҙәре, Р.Әминева көйө. | Текст песни

Светлана Сөләймәнова һүҙҙәре һәм Резеда Әминева көйөнә өр-яңы йыр:

Аҫыл халҡым!

Ҡайҙа барһаң, ни ҡылһаң да – эҙең ҡала,
Һиңә ҡарап халҡың йөҙө баһалана.
Ҙур әҙәп тә, хур ғәҙәт тә, ай, тарала -
Ил-йотоңдо данлап йөрө һәр тарафта.

Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә үҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан!
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Был донъяла аҫыл халыҡ арта торһон!

Яҡты йөҙлө, матур һүҙле беҙҙең халыҡ,
Абруй һаҡла! Һоҡланыптар, ай, ҡалырлыҡ.
Кемдең заты – шуның заты тип белһендәр,
Затлы халыҡ тоҡомонан был тиһендәр!

Үҙ илеңдең, үҙ телеңдең солтаны бул,
Сит телдәрҙә һайрамай бит хатта былыбыл.
Халҡым өсөн хаҡың артыҡ, тыуған илем,
Балам өсөн моңоң танһыҡ, туған телем!

Кейәү күҙлә, кәләш эҙлә үҙ халҡыңдан,
Әсәң теле яңғырап торһон һәр балаңдан!
Матурҙарың, батырҙарың тыуа торһон,
Ер йөҙөндә аҫыл башҡорт арта торһон!
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА.


Светлана Сөләймәнова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2