Яратаһыңмы тип йыш һорайһың,
Гел яратам тиеп торһам да.
Шул һүҙеңде ишетеүе рәхәт,
Һөйөүеңде һүҙһеҙ тойһам да.
Яратам тип әйтеү доға кеүек,
Әйткән һайын йәнде дауалай.
Яратышып туймаҫ йәрҙәреңә
Йәшәп туймаҫ ғүмер бир Хоҙай.
Яратам, тиң миңә йыраҡтарҙан,
Яҡынайһын беҙҙең күңелдәр.
Яратышып йәшәр сағыбыҙҙа
Һағынышып үтә ғүмерҙәр.
Ҡайтыр көндәреңде һанағанда,
Ғүмер үтеүҙәрен көтәм мин.
Көткән саҡта ғүмер ҙә йәл түгел,
Тик иҫән-һау йөрө йәнкәйем.
Светлана Сөләймәнова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1