Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Светлана Сулейманова. сл.С.Сулеймановой, муз. Г.Арслановой. - "Сабыйыма" | Текст песни

Аң-зиһенең камил ғына булһын,
Ете ағзаң теүәл генә булһын,
Йөрәк һыҙып көткән сабыйым.
Таңда торһам, иртә таңдарымда
Юлға сыҡһам, йөрөр юлдарымда
Һиңә бәхет һорайым,
Яҡты яҙмыш юрайым!

Әсә һүҙе – изге доға икән,
Ғүмер биреп мине Әсә иткән
Әсәм доғаларын мин ҡылам:
Тыуған ғаиләң - ҡосаҡ йылыһында,
Ҡорған ғаиләң – усаҡ йылыһында
Мөхәббәтле бул, балам,
Мәрхәмәтле бул, балам!

Бер ҡуласа икән тормош, тиҙәр,
Бурыстары уның алмаш, тиҙәр,
Бәхет бирәм, өмөт тотмайым.
Олоғайған ҡартлыҡ көндәремдә
Балаларҙың бер үк иңдәренә
Ҡалдырмаһын Хоҙайым,
Йөк итмәһен Хоҙайым...


Светлана Сулейманова. сл.С.Сулеймановой, муз. Г.Арслановой. еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1