Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.
Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй сәләм барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.
Ҡушымта.
Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.
Ҡушымта.
Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
Сәғиҙулла Байегет еще тексты
Другие названия этого текста
- Сагидулла) - кичер мине,энкэй,гафу ит! (1)
- Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (1)
- Сагидулла Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (Очень красивая башкирская песня, посвященная маме) (0)
- Сагидулла Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (0)
- БАЙЕГЕТ - АСАЙ ГАФУ ИТ (0)
- 05 БАЙЕГЕТ - Бер кайтахам эсэй бер кайтырм (0)
- Sagidulla Baiyeget - Kiser mine, esey, gafu it (0)
- Сагидулла Байегет - Кисер мине эсэй (0)
- Байегет Сагидулла - Кисер мине асай (0)
- Сагидулла Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (Очень красивая башкирская песня, посвященная маме) (0)
- Сәғиҙулла Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2