Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Сәйет Билалов - Башҡортостан | Текст песни

Мин яратам һине, Башҡортостан!
Ал таңдарын өсөн яратам.

Күк күкерәп, йәшен йәшнәп яуған,
Ямғырҙарын осон яратам.
Йәйге күкте, йәйғор төҫкә сорнап,
Ҡояш байығанын яратам.

Мин яратам һине, Башҡортостан!
Бай тарихың өсөн яратам.

Йән иреткән, әсәй телең өсөн,
Туған телең өсөн яратам.
Йән дауаһы, ҡурай моңо өсөн,
Башҡорт йыры өсөн яратам.

Аҙаштырған урмандарың өсөн,
Туғайҙарын өсөн яратам.

Салауаттай ҡөрәш халыҡ өсөн,
Ғорур халҡым өсөн яратам.
Кәримдәрең, Әхмәтовтар өсөн,
Вәлидиләр өсөн яратам.

Мин яратам, тыуған илкәйемдең,
Йәмле, гүзәл, бай табиғәтен.

Кем уйлаған, сит алыҫтан ҡайтып,
Башҡортостан, һиндә йәшәүен.
Кем уйлаған, сит яҡтарҙа йөрөп,
Башҡортостан, һиндә ҡалыуын.
Башҡортостан һине яратам!

Сәйет Билалов еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
    Нет видео
    -