Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

"СТРАЙК" КВН командаһы, г. Стерлитамак - Социаль йыр | Текст песни

Башҡортостанда йәшәйем
Бик ғорур минең милләт.
Тыуған ерем тураһында
Тыңлап үтсе әкиәт.

Юғары уҡыу йортонда
Биш йылы буйы уҡыным.
Ҡыҙыл дипломымды тотоп,
Эш Макдональдста таптым.

Ете меңлек эш хаҡында
Ипотека түләйем.
Алла бирһә, туҡһан йылдан
Түләп бөтөр ейәнем.

Балтас татары өйөндә,
Илле дүртенсе йылда
Рөстәм исемле егете
Күргән был яҡты донъя.

Ауылдарға газ үтмәгән,
Асфальтһыҙ урамдары,
Ә беҙҙең президентыбыҙҙың
Бик матур мыйыҡтары.

Һыҙ(ы)лып киткән мыйыҡтарҙы
Ҡарайбыҙ БСТнан.
Күрәһең эштәре ҡаты-
Төҙөй бит ул Кроношпан.

Башҡорт телен үҫтереүгә
Күпме көс йүнәлтелгән.
Бер ҡасан да онотмабыҙ:
"Ә бында себен төшкән!"

Яҡшы тормошҡа ышанып,
Йәшәп ята башҡорттар.
Көн дә өс һүҙҙе ишетеп,
"Хаумыхыгыз, кәҙерле дуслар."

Эш хаҡы нимә икәнен
Оноттоҡ инде күптән.
"Хәлең нисек" һорама һин
Президентыбыҙ Рөстәм.

Президентыбыҙ Рөстәм
Бик матур мыйыҡтары.
Президентыбыҙ Рөстәм
Төҙөй бит ул Кроношпан.


"СТРАЙК" КВН командаһы, г. Стерлитамак еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1