1. Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң,
Кемдер үкенер ине.
Бер кем үлмәҫ ине, ҡояш һүнмәҫ ине –
Йөрәгем һүнер ине.
Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә,
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә,
Тимәк беҙ әле тере.
2. Ун туғыҙ йыл буйы хистәремде тыйып,
Эҙләнем һине, йәнем.
Ә һин үҙ илеңдә, икенсе фильмда
Эҙләгәнһеңдер мине.
Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә!
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә,
Тимәк беҙ әле тере.
Припев 2p
Көнләшеүселәр – мөхәббәтһеҙҙәр
Һәм ғәйбәтселәр бик бәхетһеҙҙәр.
Төкөр уларға, ғүмер бик ҡыҫҡа,
Һин булғанда ер оҡшаш ожмахҡа.
Концовка:
Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң,
Йөрәгем һүнер ине.
Тимур Ахмедьянов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1