Яңы йыл менән!(йыр)
1. Көмөш нурҙарын һибеп,
Һауала ай йылмая.
Көләс йөҙлө йондоҙҙарҙа
Төнгө күктә шаяра.
Ҡыш бабай ағас-ерҙәргә
Селтәрләп мамыҡ һипте.
Аҡ бәхеттәй ҡарҙар менән
Яңы йыл килеп етте.
Кушымта:
Яңы йыл килһен беҙгә
Уңыштар менән бергә.
Сәләмәт-һаулыҡ,байлыҡ килтерһен.
Күңелдәр булһын тоғро,
Өҫтәлдәр булһын тулы.
Эргәлә тик дуҫтар ултырһын.
2. Илемдә булһын тыныс,
Булмаһын һистә һуғыш,
Килешһен үҙ-ара дошмандар.
Ғашиҡтар булһын бергә,
Өлкәндәр үтһен түргә,
Шатлыҡҡа күмелһен балалар.
Яңы йыл килһен беҙгә
Уңыштар менән бергә,
Сәләмәт-һаулыҡ ,байлыҡ килтерһен.
Күңелдәр булһын тоғро,
Өҫтәлдәр булһын тулы.
Эргәлә тик дуҫтар ултырһын!
Туҡ-Соран төркөмө еще тексты
Другие названия этого текста
- Туҡ-Соран - "Яңы йыл менән" сл. и муз.А. Агеевой , аранжировка Д.Шишкина (2)
- Туҡ-Соран төркөмө - Яңы йыл менән (2015) (1)
- Туҡ-Соран - Яңы йыл менән (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1