Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле, иркәм, минме әллә,
Ниңә генә, ниңә айырылдыҡ?
Мөхәббәттең татлы минуттарын
Ҡыҙғанмайынса ниңә ҡайырҙыҡ?
Кем ғәйепле хәҙер үткән өсөн,
Һинең дә бит барҙыр ғәйебең.
Айырылһаҡ та, онотолмаҫ үткән,
Таш түгел дә минең йөрәгем.
Күпме генә бергә йөрөп ҡалдыҡ,
Һөйөү миҙгелдәрҙә йәмдәшем.
Яңғыҙлыҡҡа беҙ ҙә өйрәнербеҙ,
Мөхәббәт ул ҡайнар күҙ йәше.
Туйсин Радмир еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1