Тик бер бөртөк сәсең ап-аҡ булған,
Толомоңда ята уйылып.
Һин бошоноп ҡуйҙың, ҡартлыҡ шулай
Сәскәйемә һуҙҙы үҙ юлын.
Бошонмасы, иркәм, сәстәреңдә
Беҙҙең тормош бәхете сағылған.
Тик икебеҙ белгән ҡыуаныстар,
Һөйөнөстәр унда яҙылған.
Һағыштар юҡ унда, көйөнөс юҡ,
Улар ҡара төҫтө һағына.
Ҡара төҫтәр һис тә аҡ булалмай,
Тик бәхеткә аҡ төҫ һарыла.
Тик бер генә бөртөк аҡ сәскәйең
Толомоңда һинең уйылған.
Беҙҙең килер юлдар аҡ юл булып
Киләсәккә ҡарай һуҙылған.
Бошонмасы, иркәм, тик бошонма.
Туйсин Рамиль еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2