Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Тылсым - Торатау (минус) | Текст песни

1)Ашаҡ исемле батшаның улы
Ағиҙелгә ғашиҡ булған,
Ҡыҙ атаһы Урал ҡаршы килгәс,
Йөрәген ҡыпҡып ташлаған.
Борон-борондан йола булған ти,
Үткәрергә бында йыйын,
Аҡһаҡалдар бергә кәңәшләшкән
Сисеп халыҡ борсоуҙарын.
Күпме йылдар быуат уҙып,
Илебеҙҙең уртала
Донъялағы иң матур
Торатауыбыҙ ҡалҡа!

Ҡушымта:
Торатау!
Ҡанаттар яра гәлсәр сиктәрҙе.
Торатау!
Берҙәмлек аса һәр йоҙаҡты.
Ҡоштай булып осҡом килә һинең ҡаяларҙа,
Күккә ашҡан серле донъя -
Торатау!

2)Күпме кеше ҡырылған был ерҙә
Юҡҡа тотмаған ҡоралды.
Ниндәй мираҫ менән ҡалдырабыҙ
Яңы тыуған быуындарҙы?
Тауҙың береһен ҡыйратып бөттөк,
Һатып сит ил бурҙарына.
Ниндәй хөкөм көтә ҡалғандарын?
Был һорауға яуап беҙҙә.
Күпме йылдар быуат уҙып,
Илебеҙҙең уртала
Донъялағы иң матур
Торатауыбыҙ ҡалҡа!

Ҡушымта:
Торатау!
Ҡанаттар яра гәлсәр сиктәрҙе.
Торатау!
Берҙәмлек аса һәр йоҙаҡты.
Ҡоштай булып осҡом килә һинең ҡаяларҙа,
Күккә ашҡан серле донъя -
Торатау!

Күпме йылдар быуат уҙып,
Илебеҙҙең уртала
Донъялағы иң матур
Торатауыбыҙ ҡалҡа!

Торатау!
Ҡанаттар яра гәлсәр сиктәрҙе.
Торатау!
Берҙәмлек аса һәр йоҙаҡты.
Ҡоштай булып осҡом килә һинең ҡаяларҙа,
Күккә ашҡан серле донъя -
Торатау!


Тылсым еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2