Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Урал Ибәтуллин - Тыуған ауылым | Текст песни

Тыуған ауылым!
1.Тыуған ауылым тау битендә,
Уттары яҡты яна.
Беҙҙең һағынып ҡайтҡанды,
Көтөп торалар ана.
Ҡушымта:
Ҡорһаҡ буйы һағындыра,
Һағындыра Ҡашҡа тау.
Ҡайтырбыҙ һиңә ауылым,
Булайыҡ беҙ иҫән һау.
Ауылымдан илһам алам,
Күңелдәр ҡанатлана.
Тыуған ерҙәр онотолмай,
Йөрәктәрҙә һаҡлана.
2. Ҡорһаҡ һыуында ҡойоноп,
Шишмәләрҙән һыу эсәм.
Өйәңкәләргә, талдарға,
Йәшлек серемде сисәм.
Ҡушымта: шул уҡ.
3. Һандуғаслы яҙғы кистә
Күктә серҙәш ай йөҙә.
Һағышлы гармун тауышы,
Әй, үҙәктәрҙе өҙә.
Ҡушымта: шул уҡ.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-